Абдрахманова Мәрзиә Уралбәк ҡыҙының сайтыЙәкшәмбе, 19.05.2024, 19:32

Һеҙ Гость кеүек индегеҙ | Төркөм "Гости"Һеҙҙе сәләмләйем Гость | RSS
Баш бит | Иншалар | Минең профиль | Регистрация | Сығыу | Инеү
Поиск

Меню

Яҙмалар архивы

 Минең ғаиләм.

Беҙ гүзәл Өфө ҡалаһында йәшәйбеҙ. Ғаиләбеҙҙә беҙ дүрт кеше йәшәйбеҙ: атайым, әсәйем, мин һәм ҡустым Айнур. Әсәйемдең исеме Мәҙинә, уға 33 йәш. Ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әсәйем балаларҙы, ә балалар әсәйемде бик ныҡ яраталар, хөрмәт итәләр. Атайымдың исеме Роберт, уға 36 йәш. Ул шофер булып эшләй. Атайым да эшен ысын күңелдән башҡара. Туғаным Айнур - беҙҙең өйҙөң нуры. Ул 222-се балалар баҡсаһына йөрөй. Мин үҙем 105-се гимназияның өсөнсө синыфында уҡыйым. Уҡырға ҙур теләк менән йөрөйөм. Ата-әсәйемде тик бишле-дүртле билдәләре менән генә шатландырам. Бигерәк тә һүрәт төшөрөргә яратам, башҡорт теле дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алам.  Мәктәптән ҡайтҡас, беҙ һәр ваҡыт ғаиләбеҙ менән тышҡа тау шыуырға сығабыҙ, ә ял көндәрендә бергәләп киноға, магазиндарға йөрөйбөҙ, ҡурсаҡ театрына, циркка барабыҙ.  Ҡустым менән беҙгә бик күңелле, беҙ уның менән бергә кистәрен төрлө уйындар уйнайбыҙ, мин уға китаптар уҡыйым. Шундай туғаным булғанға бик ҡыуанам.

Мин ата-әсәйемде, ҡустым Айнурҙы бик яратам һәм уларҙың һәр ваҡыт бергә һау-сәләмәт йәшәүҙәрен теләйем. Беҙгә бәхетле бала саҡ бүләк иткәндәре өсөн атайым менән әсәйемә ҙур рәхмәт әйткем килә. Ҙур рәхмәт һеҙгә, минең яҡындарым!

Дәүләтшина Әминә, 9 йәш.

Өфө ҡалаһы Калинин районы 105-се гимназияның 4 синыф уҡыусыһы.

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Форма входа

Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031


Copyright © 2024
Создать бесплатный сайт с uCoz