Абдрахманова Мәрзиә Уралбәк ҡыҙының сайтыЙәкшәмбе, 19.05.2024, 15:45

Һеҙ Гость кеүек индегеҙ | Төркөм "Гости"Һеҙҙе сәләмләйем Гость | RSS
Баш бит | Класс сәғәте өлгөләре | Минең профиль | Регистрация | Сығыу | Инеү
Поиск

Меню

Яҙмалар архивы

әхет формулаһы"

 ("Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында 7 - се синыфтар өсөн күрһәтелгән класс сәғәте)

Дәрестең маҡсаты:

1. Уҡыусыларға бәхет төшөнсәһе һәм бәхетле булыр өсөн нимәләр кәрәк икәнде аңлатыу.

2. Уҡыусыларҙы уйландырыу.

3. Тормошта дөрөҫ маҡсат ҡуйырға йүнәлтмә биреү.

Йыһазландырыу:

презентация, музыка.

Дәрес барышы:

Ойоштороу мәле.

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

 - Мин 105-се гимназиянан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәрзиә Уралбәк ҡыҙы булам. Бөгөн һеҙҙең менән мин класс сәғәте үткәрәсәкмен.

 -Әйҙәгеҙ, сәпәкәйләп, бер-беребеҙҙе сәләмләп алайыҡ.(рефлексия)

Теманы асыҡлау.

 (Слайд 1)

 - Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән экранға ҡарайыҡ.

-         - Һүрәттә һеҙ нимә күрҙегеҙ, уҡыусылар?(яуаптар)

-          - Эйе, шат күҙҙәр, күңелле йөҙҙәр… Дөйөм алғанда, бәхетле кешеләр. Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең бәхетле икәндәрен дә тоймайҙар. Һеҙҙең менән беҙ бөгөн дәрестә бәхет формулаһы хаҡында һөйләшәсәкбеҙ.

(Слайд 2)

-         - Бына, һеҙ бәхетлеһегеҙме?( Уҡыусыларҙан яуаптар алыу).

Темаға күсереү.

   - Нимә һуң ул - бәхет? Бәхет нимәләрҙән тора һуң ул? (Уйлай тороғоҙ, мин һеҙгә бер хикәйәт һөйләйем.)

   Бер ваҡыт  Байлыҡ, Һаулыҡ, Мөхәббәт кешеләргә "мин кәрәгерәк тә, мин кәрәгерәк” тип бәхәсләшеп киткәндәр, ти. Тикшереп ҡарарға тип ауыл ситендәге бер бәләкәй генә өйгә килеп, ҡунып сығырға ишек шаҡығандар былар. Өй хужаларының өйҙәре бәләкәй булған, үҙҙәре һәр саҡ юҡлыҡта йәшәгәндәр, ти. Йорт хужабикәһе "өй бәләкәй, берәүегеҙҙе генә ҡундырабыҙ” тип, ғаиләһе менән кәңәшләшергә инеп киткән. Атай кеше: "Байлыҡты индерәйек, бәлки йортобоҙға ҡот ҡуныр” тигән. Ҡыҙҙары йәш булған, "Мөхәббәтте индерәйек” ти икән; өләсәй кешенең һаулығы булмаған, шуға ла ул "Һаулыҡты индерәйек” тигән. Йорт хужалары ҡайһыһын ҡундырырға керетергә белмәй бәхәсләшкәнсе, ҡунаҡтар артабан китеп тә барғандар.

-     - Ә һеҙ, уҡыусылар, ҡайһы ҡунаҡты ҡундырыр инегеҙ?

-     -  Ни өсөн?

-    - Бөтә кешенең дә бәхетле булғыһы килә. Һәр кешенең бәхет тураһында үҙ фекере. Һеҙҙең бәхетле булғығыҙ киләме? Минең дә бик бәхетле булғым килә. Әйҙәгеҙ, бәхеттең формулаһын төҙөп ҡарайыҡ.

Бының өсөн ике төркөмгә бүленәбеҙ һәм бәхетле булыр өсөн нимәләр кәрәк, шуларҙы яҙып ҡарайыҡ.

(ҡағыҙҙар менән эш, Ералаштағы  "Счастье” музыкаһы яңғырап тора). Уҡыусыларҙан яуаптарын уҡытыу.

Бәхетте һәр кем күҙ алдына үҙенсә килтерә. Бәхет тураһында күренекле кешеләр нимәләр әйтә икән, экранға ҡарайыҡ.

 

(Слайд 3 – афоризмдар).

Бәхет - ул, уҡыусылар, ыңғай эмоциялар, психолог Шопенгауер бәхеттең шәхси тинлектәре тигән термин кереткән. Улар ике ыңғай эмоцияны – "ҡыҙыҡһыныу" һәм "шатлыҡ"ты үҙ эсенә ала.

Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән бәхет формулаһын төҙөйөк.

(Таҡтаға магниттар ярҙамында әҙер һүҙҙәрҙе йәбештереү.)

Бәхет = шатлыҡ + мөхәббәт + ғаилә + һаулыҡ + матди байлыҡ + тыныслыҡ + яратҡан эш + матурлыҡ + дуҫтар. Рәхмәт, уҡыусылар. Мин дә һеҙгә ҡушылып, бәхет формулаһына үҙемдең бәхет тураһындағы күҙаллауымды өҫтәп ҡуяйым. + башҡаларҙы бәхетле итеү.

Класс сәғәтен К. Прутковтың "Бәхетле булғың киләме? Бул!" тигән һүҙҙәре менән йомғаҡлағым килә. Тағы ла "Ҡыйыулыҡ ярты бәхет" тигән башҡорт халыҡ мәҡәлен дә онотмайыҡ.(Слайд 4)

-Һеҙгә беҙҙең осрашыу оҡшанымы? Һеҙгә оҡшаһа, мин бик бәхетле буласаҡмын!

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Һау булығыҙ.(Слайд 5).

 Класс сәғәтендә ошондай "бәхет тинлектәрен"(таҡталағы күргәҙмә) ҡулландым.

Һаулыҡ

Байлыҡ

Матурлыҡ

Дуҫтар

Хобби

Тыныслыҡ

Аҡса

Мөхәббәт

Ғаилә

Башҡаларҙы бәхетле итеү

Уңыштар

Шатлыҡтар

Тыныслыҡ

 - Бөтәгеҙгә лә бәхет теләйем!

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Форма входа

Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031


Copyright © 2024
Создать бесплатный сайт с uCoz