Икмәк - ил байлығы. Тасуири уҡыу. Мәҡәлдәр.
(Дәүләт телен өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн)
Маҡсаттар.
1. Икмәкте ҡәҙерләргә; уны үҫтергән, бешергән кешеләрҙең
хеҙмәтенә хөрмәт уятыу.
2. Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәтеү; халыҡ мәҡәлдәре менән
таныштырыу.
3. Дөрөҫ, хатаһыҙ итеп күсереп яҙырға өйрәнеү;
үҙенсәлекле өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнеүҙе дауам итеү.
Йыһазландырыу:
К. Ш. Ахияров, "Поклонимся хлебу”, Уфа: 1987.
Книга для раскрашивания "Как растет хлеб”, Уфа: 1985.
Д. Юлтый, "Хлеб”, Уфа: 1985.
Толомбаев Х. А. Башҡорт теле. Уҡытыу урыҫ телендә алып
барылған мәктәптәрҙең 2–се синыфы өсөн дәреслек. Өфө: 2006.
Уҡыусыларҙың һүрәттәре.
Дәрес барышы:
1. Ойоштороу мәле.
(Психологик комфорт тыуҙырыу).
2. Фонетик күнегеү:
г-ғ – генә, ғына;
з-ҙ – Айгизә, гиҙә;
к-ҡ – килә, ҡыла, ҡура, күрә;
н-ң – мин, миң;
о- ө - оло, өслө;
с-ҫ – оса, боҫа;
у-ү – урман, үрәм;
х-һ – хат, һат;
а-ә - атай, әсәй.
3. Өй эшен тикшереү (һүҙлек эше).
4. Кроссворд сисеү ("икмәк" һүҙе менән). Бирелгән һүҙҙәрҙе тәржемә итеү.
1-мясо;
2- картофель;
3 – масло;
4 – чай;
5 – колбаса.
5.Теманы асыҡлау. Әңгәмә "Икмәк үткән юл”. Икмәк тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Бер – икәүһен яҙып ҡуяйыҡ.
6.Тасуири уҡыу.
2 –се күнегеү.
а) Икмәк шиғырын уҡытыусы тасуири уҡый.
б) Тәржемә итеү. Һүҙлек эше.
Энекәш – младший брат.
Иптәш – товарищ.
Дуҫтар – друзья.
Кем дә - кто только.
Ярата – любит.
Тәмләп ашай – ест с удовольствием.
7. Тасуири уҡыу өҫтөндә эш:
а) хор менән уҡыу;
б) 5 – 6 уҡыусынан уҡытыу.
8. Йомғаҡлау.
Икмәк - беҙҙең байлыҡ, ғорурлыҡ. Икмәк өҫтәлгә бер ваҡытта ла
еңел генә килмәй. Икмәккә әллә күпме кешенең көсө түгелгән, хеҙмәте һалынған: крәҫтиәндең, селексионерҙың, машина төҙөүсенең, химиктың, металлургтың, нефтсенең. Бер
телем икмәктә тимер юлсыларының, он тартыусыларҙың, икмәк бешереүселәрҙең
күпме йоҡоһоҙ төндәре …
Ҡайһы саҡта икмәк яһауҙа
ҡатнашыусыларҙың барыһын да тиҙ генә иҫкә төшөрөп тә булмай.
Барыбыҙҙа
бәләкәйҙән икмәк ашап үҫәбеҙ, шуға күрә лә беҙ барыбыҙҙа икмәкте һаҡларға, кеше
хеҙмәтен хөрмәт итергә тейешбеҙ.
Не просто еда.
Бобо
Ходжи
Мальчик,
Ногою пинающий хлеб,
Мальчик,
Голодных не знающий лет,
Помни,
Что были лихие года.
Хлеб –
Это жизнь, а не просто еда,
Хлебом клялись,
За хлеб умирали
Не для того,
Чтоб в футбол им играли...
Ошо шиғыр юлдарынан һуң үҙегеҙгә һығымта яһағыҙ.
9.Баһалау. Өйгә эш:
50-се бит, 3-сө күнегеү, "Икмәк" темаһына кроссворд, ребус төҙөргә.
Һау булығыҙ!