Абдрахманова Мәрзиә Уралбәк ҡыҙының сайтыЙәкшәмбе, 25.02.2024, 05:26

Һеҙ Гость кеүек индегеҙ | Төркөм "Гости"Һеҙҙе сәләмләйем Гость | RSS
Баш бит | Башҡорт теле | Минең профиль | Регистрация | Сығыу | Инеү
Поиск

Меню

Яҙмалар архивы

 

Ф. Рәхимғолова "Беҙҙең әсәй”. Алмаштар.Зат алмаштары.

Маҡсат: Әсәйҙәргә ҡарата һөйөү,ихтирам тәрбиәләү;

уҡыусыларҙың һөйләү күнекмәләрен артабан да үҫтереү; алмаштар, уларҙың төрҙәре менән танышыу; зат алмаштарының килеш менән үҙгәрешен өйрәнеү; яңы һүҙҙәр үҙләштереү; кроссворд, ребустар сисеү.

Йыһазландырыу: таблицалар, ребус, кроссворд, һүҙлек һүҙҙәре.

 

ДӘРЕС БАРЫШЫ.

1.Артикуляцион күнегеү.

             ңә-ңа;

             һе-һи;

             ҙе-ҙы;

             ның-нең;

 

2. Өйгә  эште тикшереү.

3. Яңы теманы асыҡлау:

 "Әсәй”  йырын тыңлау. Йырҙа нимә тураһында һүҙ бара?

94-се күнегеү. Диалогты уҡып, исемде алмаштырған һүҙҙәрҙе табырға, алмаш тураһында төшөнсә биреү.

Алмаш - үҙ аллы һүҙ төркөмө. Ул исемдән, сифаттан һәм һандан килергә мөмкин.

 

а) Әсәйемдең сәсе ап-аҡ. Өләсәйемдең сәсе лә шундай уҡ.

б) Бишенсе кеше үтеп китте. Әллә нисәнсе кеше үтеп китте.

 

 

Рус теле менән сағыштырыу. Алмаштар төрлө төркөмдәргә бүленәләр:

 

Зат алмаштары – личные местоимения;

Эйәлек алмаштары – притяжательные местоимения;

Күрһәтеү алмаштары – указательные местоимения;

Һорау – вопросительные;

Билдәһеҙлек – неопределенные;

Билдәләү – определенные;

Юҡлыҡ алмаштары – отрицательные местоимения.

Бөгөнгө дәресебеҙҙең грамматик темаһы – ЗАТ АЛМАШТАРЫ. Зат алмаштары исемдәр кеүек килеш менән үҙгәрәләр.

а) Беҙ һеҙҙең менән ниндәй килештәрҙе беләбеҙ?

б) Исемдәрҙе килеш менән үҙгәрткәндә беҙ нимәләргә иғтибар итәбеҙ?

в) Ниндәй һуҙынҡылар нәҙек?

г) Ниндәйҙәре ҡалын?

Әйҙәгеҙ таблицаға ҡарайыҡ.

Мин- я;

Һин- ты;

Ул- он(а);

Беҙ – мы;

Һеҙ – вы. Әйҙәгеҙ таблицаға ҡарайыҡ (46-сы бит).

 

 

5. Һүҙлек эше:

Ашнаҡсы - повар;

Һатыусы – продавец;

Шәхси эшҡыуар – индивудуальный (частный) предприниматель;

Хужабикә – домохозяйка;

Тәрбиәсе - воспитатель;

Йырсы - певец.

 

6. Теманы нығытыу өҫтөндә эшләү.

99 - сы күнегеү.

Текст һеҙгә аңлашыламы? Нимә тураһында һүҙ бара.

Нимәне үҙгәртергә кәрәк?

Ниндәй алмаш менән үҙгәртәбеҙ?

Ә һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ ҙә шулай күп эшләйме?

Әсәйҙәрегеҙ кем булып эшләй?

 

7. Кроссворд сисеү.            

 

100 - се күнегеү. Шиғырҙы тасуири уҡып сығыу.

 

Ф. Рәхимғолованың "Беҙҙең әсәй” шиғыры өҫтөндә эш.

Һүҙлек эше:

Тегә – шьет;

Аҫыл биҙәк – красивые узоры;

Иҫкә төшөрә – вспоминает;

Бешерә – варит готовит кушать;

Күҙ алдында – перед глазами;

Күңел – душа;

Яҡын – близкий;

 

А) шиғырҙың исеменә иғтибар итеү;

Б) шиғырҙы тасуири уҡыу;

В) уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;

Г) шиғырҙағы һөнәрҙәрҙе табыу. Текста ниндәй алмаштарҙы күрҙегеҙ?

Д) Һәр кем үҙенең әсәһе хаҡында 4 һөйләм яҙа. Исеме кем. Ул ниндәй?

 Кем булып эшләй?

8. Өйгә  эш.

1) " Минең әсәйем” темаһына алмаштарҙы ҡулланып, текст төҙөп, һөйләргә өйрәнеп килергә.

2) алмаштарҙы ятларға.

9. Дәресте йомғаҡлау.

 

10. Баһалау.

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Форма входа

Календарь
«  Февраль 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
26272829


Copyright © 2024
Создать бесплатный сайт с uCoz